БАШҠОРТ ТЕЛЕ ЙЫЛЫ

Июнь айы Башҡорт теле йылы сиктәрендә халҡыбыҙҙың төп рухи байлыҡтарының береһе фольклорға бағышлана. «Башҡорт теле - халыҡ теле» девизы һәм #фольклор хештегы аҫтында үткәреләсәк

Фольклор үҙ эсенә күп төрлө жанрҙарҙы ала: әкиәттәр, мәҡәлдәр, әйтемдәр, йырҙар, йомаҡтар, һанашмаҡтар, һынамыштар һ.б. Фольклорҙы өйрәнеү төбәктә йәшәүсе халыҡтың традициялары, мәҙәниәте, тарихы, тормош-көнкүреше тураһында белешмә бирә. Тел өйрәнеүҙең иң эффектив ысулы тип һанала (бигрәктә балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә).
 Урындағы фольклорҙы өйрәнеү, тыуған яҡты өйрәнеүселәр конкурсы (шул иҫәптән – йәш).
 Конкурстар үткәреү, ырыуҙарҙы, шәжәрәләрҙе өйрәнеү.
 Халыҡ уйындарын өйрәнеү һәм популярлаштырыу.
 Этник спорт төрҙәре буйынса саралар, ярыштар.
 Тиҙәйткестәр, йомаҡтар һ.б. һөйләү буйынса конкурстар.
 Китапханасылар өсөн семинарҙар, китап уҡыусылар менән осрашыуҙар.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 25 йыллығына арналған саралар.

Курсалаү дауам иткәнгә күрә конкурстарҙы һәм сараларҙы онлайн форматта үткәрергә тәҡдим итәбеҙ. Видеояҙмаларығыҙҙы үҙегеҙҙең социаль селтәрҙәге сәхифәгеҙгә #фольклор хештегы аҫтында урынлаштырығыҙ. Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: йыл аҙағында һәр бер ай һөҙөмтәһе буйынса махсус приздар билдәләнгән.
Хөрмәтле коллегалар! Башҡорт халҡының бай һәм йөкмәткеле традицияларабыҙҙы киң таратайыҡ!


Карта сайта
На сайте используются файлы cookie. Продолжая использование сайта, вы соглашаетесь на обработку своих
персональных данных. Подробности в - ПОЛИТИКЕ КОНФИДЕНЦИАЛЬНОСТИ